Айыҡ ауылЯңылыҡтарМәғариф ТарихФекерМәҙәниәтБашҡорт теле йылыҠоролтай тауышыШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарРадий ХәбировБөйөк ЕңеүБелоретБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрБашҡорт ғаиләһеӘлшәй районыБашҡорт йолаларыҺылыуҡайБашҡорт мәҙәниәте көндәреАҡбуҙатКонкурсҠуштауБаймаҡ районыБуздәкМәсетлеБашҡортостанНефтекамскБашҡорт теле көнөЙылайырБөрйәнҠыйғыКүгәрсенМәләүезХәйбуллаДүртөйлөИлешӨфөКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеТеатрСибайУчалыБәләбәйЯңауылБаҡалыТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийМатуғат ДыуанСпортАрхангелАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилСоциаль селтәрНуриманБСТТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыЕйәнсураТатарстанТәбиғәтБаймаҡБашҡорт ырыуҙарыБашҡорттар - донъяла РФ башкорттарыРус телендәге материалдарИнтервьюБашҡорт телеШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Муса ауылында «Айыҡ ауыл» конкурсы сиктәрендә үҙенсәлекле байрам үтте

18 ғинуар, 17:56

Яңы йыл байрамдарының бер көнөндә Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Муса ауылында үҙенсәлекле байрам — «Быймаһы ла быймаһы» тип исемләнгән сара уҙҙы. Ауыл хакимиәте башлығы Илмира Ғәлиәхмәтова билдәләүенсә, ауылда йәш ғаиләләр матур итеп донъя көтөү менән бер рәттән байрам да итә белә. Сараға Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзаһы Мансур Ахунов та саҡырылған ине. Ул Иҫке Муса халҡын Яңы йыл һәм быйма байрамы менән ҡотланы, изге теләктәрен еткерҙе.

Сараның исеменә тап килтереп, быйма, шулай уҡ сифатлы бал менән һатыу итеү ойошторолдо. Байрам күңелле ярыштар менән үрелеп барҙы. «Иң матур биҙәлгән быйма», «Мәргән уҡсы», ғаилә менән тюбингта ярышыу кеүек уйындарҙа барыһы ла теләп ҡатнашты. Ҡыңғыраулы аттарҙа килгән Ҡыш бабай байрамға йәм өҫтәне.

Байрам «Айыҡ ауыл» конкурсы сиктәрендә ойошторолдо. Күмәк кеше ҡатнашлығында ойошторолған саралар, әлбиттә, эскелек, наркомания кеүек кире күренештәрҙе кәметә, йәшәүгә дәрт өҫтәй, тормошҡа яңы һулыш бирә һәм халыҡты берләштерә. Ауылдарҙа һаулыҡтарына иғтибарын арттырыусылар, ғаилә менән ял итеп, спорт менән шөғөлләнеүселәр һаны артыуы ҡыуандыра.

Уртаҡлашыу