|
Яңылыҡтар
Беҙ - киләсәкСоциаль селтәрҙәрҙә башҡорт милли кейеменең бәҫен күтәреүсе, башҡорттарҙың нескә зауыҡлы һәм алдынғы ҡарашлы милләт икәнен күрһәтеүсе флешмоб бара. Милли йәмәғәтселек аҙаҡҡы көндәрҙә булған бәхәсле ваҡиғаларға ошо рәүешле тапҡыр һәм төплө яуап ҡайтара. Фото-флешмобҡа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова, Башҡарма комитет ағзалары Лариса Абдуллина, Юлай Ғәлиуллин, Рәсәй төбәктәрендә һәм Башҡортостан райондарында эшләп килгән башҡорт йәмәғәт ойошмалары, республикала ғүмер иткән башҡа байтаҡ милләттәр вәкилдәре үҙ халҡының кейем-биҙәүестәрен кейеп ҡушылды. Флешмобҡа үҙ өлөшөн индерергә теләүселәр өсөн хештегтар: #яМыБудущее #яМыПродвинутые #яМыКорни #яМыБашкиры #яКультурноеНаследие |