ЯңылыҡтарАйыҡ ауылТарихАтайсалЦифралы башҡортБәйгеФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыБашҡорт телеШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауМәҙәниәтБашҡорттар - донъяла Башҡорт теле йылыҠурғанҺамарРФ башкорттарыДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

Урал Килсенбаев: «Ғәли Соҡоройҙоң исеме Аҡмулла менән тиң торорлоҡ»

8 ғинуар 2021, 16:44

Бөгөн Тәтешле районында күренекле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе һәм дин әһеле Ғәли Соҡоройҙоң тыуыуына 195 йыл тулыуға арналған саралар шәлкеме үтте. Табын башҡорттарынан сыҡҡан данлыҡлы шәхестең исемен мәңгеләштереү байрамында Республика хөкүмәте вәкилдәре, Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзалары, тарихсылар, Кейековтар нәҫеленең вариҫтары ҡатнашты.Үрге Тәтешле ауылындағы яңы урамдарҙың береһенә Ғәли Соҡорой исеме бирелде. Ошо уҡ урамда башҡорт мәғрифәтсеһенә таҡтаташ урынлаштырылды.

«Тарихсы Салауат Хәмиҙуллин иҫкә төшөрөүенсә, 1937-се йылда Башҡортостан Республикаһының өлкә комитеты сәйәси золомға тарттырылғанда, уларға тағылған ғәйепләүҙең береһе — тап Ғәли Соҡоройҙоң ижадын мәктәп программаһына кертеү ине. Ошо ваҡиғанан алып был шәхестең исеме тарихтан юйыла барҙы. Шуға күрә бөгөн яңғыраған фекерҙәрҙең иң мөһиме—Ғәли Соҡоройҙоң тарихи әһәмиәте әле булһа ла баһаланып бөтмәгән. Быйыл беҙ был исемде тергеҙә башлайбыҙ һәм быйылғы саралар—ул Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған күләмле байрамдың нигеҙе генә. Был саралар бик юғары кимәлдә үтергә тейеш, сөнки Ғәли Соҡоройҙоң исеме Мифтәхетдин Аҡмулла кеүек данлыҡлы мәғрифәтселәрҙең исемдәре менән тиң яңғырарға тейеш»,— тип билдәләне таҡтаташты асыу тантаһында Республика Башлығы Аппараты етәксеһе урынбаҫары Урал Килсенбаев.

Мөхәммәтғәли Кейековтың тыуған ауылында — Иҫке Соҡорҙа иһә Ғәли Соҡоройҙоң йорт-музейы эшләп килә. Бөгөн уның бинаһында ла билдәле яҡташҡа арналған таҡтаташ асылды, ҡунаҡтар экспозиция менән танышты.

«Ғәли Соҡоройҙоң шәхесендә башҡорт халҡының асылы, иң яҡшы сифаттары сағылған. Ғәли Соҡорой —үҙ шәхесен, үҙ тормошон үҙе төҙөгән кеше. Ауырлыҡтарға ҡарамай, ул үҙе һайлаған дин, шиғриәт һәм мәғрифәтселек юлына тоғро булып ҡала. XIX быуатта башҡорт мәҙәниәте, Рус дәүләтенә ҡушылғансы башҡорт халҡының тарихы тураһында мәғлүмәттең 60 процентын беҙ тап Ғәли Соҡорой әҫәрҙәре аша беләбеҙ. Уның шәхесе әле лә Башҡортостандың ошо райондары өсөн рухи терәк булып тора, уға тоғро булып ҡалайыҡ. Был шәхестең мираҫы әле баһаланып бөтмәгән. Ғалимдар алдында уның әҫәрҙәрен заманса әҙәби башҡорт теленә тәржемә итеп, аңлатып, халыҡҡа еткереү бурысы тора»,— тип белдерҙе ғалим, доцент, филология фәндәре кандидаты Искәндәр Сәйетбатталов.

Тәтешле районында үткән саралар шулай уҡ Ғәли Соҡоройҙоң улы, башҡорт милли хәрәкәтенең әүҙем ҡатнашыусыһы Ғәрифулла Кейековтың тыуыуына 160 йыл тулыуға арнаып үтте. Тарихсы Салауат Хәмиҙуллин билдәләүенсә: «Ғәрифулла Кейеков беренселәрҙән булып «башҡортса яҙыу» тигән төшөнсәне ҡулланышҡа индереп, яҙма башҡорт теленә мохтажлыҡ булдырып, милләт булараҡ башҡорттарҙы яңы баҫҡысҡа күтәргән кешеләр рәтендә торған».

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзаһы, шағирә һәм журналист Лариса Абдуллина байрамда ҡатнашыусыларға Ғәли Соҡоройға арналған «Мәғрифәтсе» исемле яңы шиғырын тәҡдим итте.

МӘҒРИФӘТСЕ

Төн ҡараһын бүлеп, шәмдәр яна -

Оҙон көнгә һыймаҫ уй-ғәмен

Теркәй Ирәктенең ғалим улы,

Киләсәккә яҙған сәләмен.


Тәсбих тартып, ҡулға ҡәләм алған

Майҡы бейҙең затлы вариҫы.

Меңәр йыллыҡ шәжәрәләр, тарих -

Ата-бабаларҙың мираҫы.


Һеҙ бит урман башҡорттары ерҙә,

Урман-урман һеҙҙең шәжәрә.

Туғанлашҡан бында Балыҡсылар,

Йәлдәк, Ғәйнә, Ҡайпан һәм Гәрәй.


Кем һуң белә ерҙең тыныс мәлен?

Кемдәр белә илдең һил сағын?

Маяҡ булыр һәр бер болғауырҙа

Мәғарифтың янған усағы.


Мәғрифәтсе яҙған хитап һүҙен

Милләттәше йәндә ойотмаҫ.

Һеҙ - аҫаба башҡорт ошо ерҙә!

Һеҙ бит урман башҡорттары илдә!

Ошо хаҡта, вариҫ, онотма!


Ырыуҙашын, гүйә, барлағандай,

Соҡоройҙоң яңғырай ораны:

— Шәжәрәңде, ҡыҙым, беләһеңме?

Ырыуың кем һинең, уланым?


Төн ҡараһын бүлеп усаҡ яна,

Осҡондары оса Йыһанға!

Милли асыл изге хәҡиҡәткә -

Халыҡ хәтеренә буйһонған!

Уртаҡлашыу