ЯңылыҡтарАйыҡ ауылТарихАтайсалЦифралы башҡортБәйгеФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыБашҡорт телеШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауМәҙәниәтБашҡорттар - донъяла Башҡорт теле йылыҠурғанҺамарРФ башкорттарыДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

Ҡыҙыу бәйләнешкә башҡа төбәктәрҙән дә мөрәжәғәт итәләр

16 декабрь 2020, 12:49

10-11 декабрҙә «Айыҡ ауыл» республика конкурсы сиктәрендә Ҡыҙыу бәйләнеш ойошторолдо. Республика халҡының һорауҙарына табиптар: БР наркологтары ассоциацияһы президенты Владимир Юлдашев, нарколог Илдар Кирамов, нарколог Илһам Байгөбәков, психотерапевт Илгиз Байков, психотерапевт Гүзәл Байбулатова, медицина психологы Татьяна Семенова, медицина психологы Лениза Ямаева, медицина психологы Наталья Мостафина яуап бирҙе.
Белгестәр әйтеүенсә, башлыса эскелектән яфаланыусыларҙың яҡындары шылтыратҡан. Уларға табип кәңәше, кәрәкле учреждениелар тураһында мәғлүмәт бирелгән.

«Үткән акциялар менән сағыштырғанда, был юлы райондарҙан күп шылтыраттылар. Республика халҡы ярҙам һорарға тартынмай, белгестәргә мөрәжәғәт итә- был ыңғай күренеш. Ошондай сараларҙың күберәк булыуы кәрәк. Шылтыратыусылар менән әңгәмәләшкәндән һуң, шуныһы асыҡлана: күптәр ярҙам һорап, ҡайҙа, кемгә мөрәжәғәт итергә белмәй»,-ти Республика наркология диспансеры табибы Диләрә Сафина.

Республиканың төрлө төбәгенән-Нуриман, Әбйәлил, Әлшәй, Йылайыр райондарынан, Өфө, Стәрлетамаҡ, Яңауыл ҡалаларынан мөрәжәғәт иткәндәр. Татарстан һәм Мордовиянан да шылтыратыусылар булған. Мөрәжәғәт итеүселәрҙең 75% ашыуы башҡорт телендә консультация алған.

Уртаҡлашыу