Календарь ЯңылыҡтарАйыҡ ауылТарихБашҡорт тарихы йылыБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыБашҡорт телеШайморатов вариҫтарыРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф ФольклорБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрАғиҙелБлаговар районыБорайФәнБашҡорт милли кейемеБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреБашҡорт мәҙәниәте көндәреЮлдыбайБейеүБелорецкБизнесБуздәкСалауат районыСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмДәүләкәнТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатДыуанСпортҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыИнтернетКоронавирусДиктантТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурТатарстанБаймаҡҺарытауМәҙәниәтБашҡорттар - донъяла Башҡорт теле йылыҠурғанҺамарРФ башкорттарыДиалектРус телендәге материалдарФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Тамаша

«СӘЛӘМ, ДУҪ!»

Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы / 14 декабрь 2020, 19:00

14 декабрҙә республикабыҙҙа Башҡорт теле көнө уҙғарыла. Байрам датаһы уҙған йыл Башҡортостан Республикаһы башлығы Радий Хәбиров Указы менән рәсми раҫланды. Был көндө мәҙәни, белем усаҡтарында, телевидение, радио каналдарҙа Башҡорт теленә арналған төрлө саралар ойоштороласаҡ. Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы ла был мәртәбәле саранан ситтә ҡалмаясаҡ. Уҙған йыл артистарыбыҙ башҡаланың төрлө майҙандарында үткән концерттарҙа, акцияларҙа ҡатнашһа, быйыл беҙ тамашасыларҙы үҙ залыбыҙға йыймаҡсыбыҙ.

Телдең матурлығы, илаһилығы йыр аша һәр кешенең күңеленә үтеп инә. Юҡҡамы ни әсәйҙәребеҙ беҙҙе сабый саҡта бишек йыры йырлап йоҡлатҡан, өләсәй-олатайҙарыбыҙ төрлө һамаҡтар менән яратҡан... Шуға ла филармониябыҙ артистары башҡорт теленең бар гүзәллеген йыр аша еткермәксе. Тамашала йылдар дауамында үҙ ижадында телде үҫтереүгә ҙур өлөш индергән арҙаҡлы йырсыларыбыҙ һәм йәш солистарыбыҙ Халыҡ музыка ҡоралдары милли оркестры (етәксеһе Л. Дәүләтбаев) менән берлектә сығыш яһаясаҡ.

Ойоштороусы: Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы
Уртаҡлашыу