|
«Мираҫ» ансамбле Башҡорт теле көнө уңайынан концерт менән сығыш яһай /
14 декабрҙә Өфөнөң Ҡала мәҙәни-ял итеү үҙәгендә («Химик» мәҙәниәт һарайы) Башҡорт теле көнөнә арналған «Теле барҙың иле бар» тигән байрам концерты була.
«Мираҫ» ансамбле — республиканың танылыу яулаған коллективтарының береһе. Ул бейеү һәм йыр төркөмөн, халыҡ уйын ҡоралдары оркестрын һәм ансамблде берләштергән. Коллективтың йыр-бейеүҙәре Башҡортостандың милли колориты, шулай уҡ Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең фольклоры менән һуғарылған. |