Календарь ЯңылыҡтарАйыҡ ауылТарихБашҡорт тарихы йылыБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыБашҡорт телеШайморатов вариҫтарыРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф ФольклорБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрАғиҙелБлаговар районыБорайФәнБашҡорт милли кейемеБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреБашҡорт мәҙәниәте көндәреЮлдыбайБейеүБелорецкБизнесБуздәкСалауат районыСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмДәүләкәнТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатДыуанСпортҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыИнтернетКоронавирусДиктантТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурТатарстанБаймаҡҺарытауМәҙәниәтБашҡорттар - донъяла Башҡорт теле йылыҠурғанҺамарРФ башкорттарыДиалектРус телендәге материалдарФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр

«Башҡорт балалар фольклоры»

/ 30 октябрь 2020, 12:00

Башҡортостан Республикаһында үткән Башҡорт теле йылы сиктәрендә Павловка ауылының моделле китапханаһы 30 октябрҙә «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге төркөмөндә «Башҡорт балалар фольклоры» күргәҙмәһе менән танышырға саҡыра. Башҡорт халҡының холоҡ-фиғеле, әхлаҡи ҡиммәттәре, изгелек, матурлыҡ, дөрөҫлөк, батырлыҡ, фиҙаҡәрлек һәм тоғролоҡ хаҡында тәғлимәттәре тап ауыҙ-тел ижадында һаҡлана. Балаларҙы әйтемдәр, мәҡәлдәр, йомаҡтар һәм әкиәттәр менән таныштырыу аша, беҙ уларҙы дөйөм кешелеккә хас булған әҙәп-әхлаҡ ҡанундары менән таныштырабыҙ. Шуға күрә башҡорт халҡының фольклоры балалар өсөн кешелеклек һабағын биреүсе тәрән сығанаҡ булып тора.

Уртаҡлашыу