ЯңылыҡтарАйыҡ ауылТарихАтайсалЦифралы башҡортБәйгеФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыБашҡорт телеШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауМәҙәниәтБашҡорттар - донъяла Башҡорт теле йылыҠурғанҺамарРФ башкорттарыДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Яңылыҡтар

Ырымбур өлкәһендә башҡорт милли ризығын иң тәмле бешереүселәр билдәләнде

23 сентябрь 2020, 15:33

Ырымбур өлкәһенең Башкорт тарихи-мәҙәни үҙәге милли аш бешереүселәр араһында онлайн-конкурс үткәрҙе. Ул төбәктә уҙғарылған башҡорт милли аш-һыуы аҙналығын сиктәрендә ойошторолдо.

Конкурсҡа 17 эш ебәрелде. Уларҙың бер өлөшө Ырымбур өлкәһенән, атап әйткәндә Ырымбур, Орск ҡалаларынан, Александровка, Адамовка, Гай, Ҡыҙыл Гвардия, Төйлөгән райондарынан булды, ә бер өлөшө Башҡортостандың Ейнәнсура һәм Хәйбулла райондарынан килде.

«Шуныһы ҡыуаныслы, конкурста тотош ғаиләләр менән ҡатнашыусылар булды. Сөнки көнкурстың төп маҡсаттарының береһе—башҡорт милли аш-һыуының серҙәрен өлкәндәрҙән йәш быуынға тапшырыу ине. Беҙ ҡатнашыусыларға рәхмәт еткерәбеҙ һәм ҡотлайбыҙ. Оло рәхмәтебеҙҙе шулай уҡ бағыусыбыҙ, фермер Тимур Мәмбәтовҡа еткерәбеҙ. Ул еңеүселәргә бүләктәрҙе тәҡдим итте»,— тип белдерҙе Ырымбур өлкәһенең Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге белгесе Илмир Мәмбәтов.

Конкурста еңеүселәрҙең береһе Илшат Нәҙерғолов «аш-һыу бүлмәһе ҡатын-ҡыҙҙар өсөн» тигән ышаныуҙың ялған икәнен күрһәтте. Илшат Ырымбур ҡалаһында йәшәй, «Туҡсоран» музыкаль төркөмөнөң солисы, «Ырымбур өлкәһе ҡурайсылары берләшмәһе» етәксеһе. Ул оҫта итеп картуф менән ҡыҫтыбый бешереп күрһәтте.

Икенсе еңеүсе—Ырымбур өлкәһе Иҫәнгилде ауылынан Рәисә Сарбаева. Уға еңеүҙе бишбармаҡ килтерҙе.

Уртаҡлашыу