ЯңылыҡтарАйыҡ ауылТарихАтайсалЦифралы башҡортБәйгеФән һәм мәғрифәт йылыБашҡорт тарихы йылыФекерБашҡорт ырыуҙарыҠоролтай тауышыБашҡорт телеШайморатов вариҫтарыКалендарь ПроекттарВидеоРадий ХәбировБөйөк ЕңеүМәғариф Фольклор БР - 100 йылБелорет районыБөтә донъя башҡорттары ҡоролтайыЙәштәрБашҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылыИжади майҙанҠазанЕкатеринбургФольклориадаВладивостокБөрөАғиҙелЙәрмәкәйCтәрлебашБалтасӨфө районыҠариҙелПодкастыИталияБлаговар районыБашҡорт халҡының үҫеш стратегияһы ГранттарБорайМифтәхетдин АҡмуллаКейеҙ баҫыуӘхмәр ҮтәбайНурия ИҡсановаФәнГөлназ ЯҡуповаЭльвира МоталоваBashkort 2.0Тәтешле Башҡорт милли кейемеДинБашҡорттарҒәббәс ДәүләтшинӘлшәй районыБашҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары берлегеУрал батырКанадаҺылыуҡайБашҡорт әҙәбиәтеБашҡорт биҙәүестәреМилли аш-һыуБашҡорт мәҙәниәте көндәреМишкә районыАҡбуҙатҠуштауЮлдыбайБейеүЙәйләүАуҙарышБелорецкТөркиәФедоровка районыМәләүезБизнесБуздәкАуырғазыСалауат районыМәсетлеТөньяҡ-көнсығыш башҡорттарыҠоролтай25ҠоролтайОнлайнБалаҡатайТөркмәнстанНефтекамаБабичСалауат ЮлаевБашҡорт теле көнөШүлгәнташБашВикиЙылайырБөрйәнҒафуриШаранҠыйғыВладимирКүгәрсенАлтайУдмурт РеспубликаһыМәләүезХәйбуллаХМАОИглинСалауатҠалтасыДүртөйлөСанкт-ПетербургИлешМәскәүӨфөТуризмКөйөргәҙеШишмәСаҡмағошДәүләкәнМиәкәМежгорьеБишбүләкТеатрСибайКүмертауУчалыБәләбәйЯңауылҺарытауСвердловск өлкәһеБаҡалыХалыҡ иҫәбен алыуПермьТуймазыИшембайБашҡорт балыОктябрьскийУраҙаҠурайҠымыҙБашҡорт атыМатуғатБлаговещенДыуанСпортАрхангелҮзбәкстанАсҡынСтәрлетамаҡҠырмыҫҡалыӘбйәлилИнтернетКушнаренкоНуриманКраснокамаБСТКоронавирусДиктантТөньяҡ амурҙарыТөньяҡ-көнбайыш башҡорттарыСиләбеЕйәнсураЫрымбурҠаҙағстанТатарстанТәбиғәтБаймаҡҺарытауМәҙәниәтБашҡорттар - донъяла Башҡорт теле йылыҠурғанҺамарРФ башкорттарыДиалектРус телендәге материалдарИнтервьюФлэшмобШайморатовШәхесМәҡәләләр
Проекттар

Айыҡ ауыл — 2020

20 июль 2020, 11:37

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2020 йылдың 22 июнендәге 627-се һанлы ҡарарына ярашлы, эскелеккә ҡаршы көрәштең һөҙөмтәлелеген күтәреү һәм урындағы үҙидара органдарының сәләмәт йәшәү рәүеше буйынса эшмәкәрлеген дәртләндереү маҡсатында «2020 йылғы Айыҡ ауыл» конкурсы старт алды.


«Айыҡ ауыл» конкурсы беҙҙең республикала 2011 йылдан алып үткәрелә. 2019 йылдың июленән Бөтә донъя башҡорттары инициативаһы менән конкурс яңынан тергеҙелде. Ул ике этапта үтте. Беренсе этапта 52 райондан (Салауат һәм Мәсетле райондарынан башҡа) 464 ауыл, икенсе — республика этабында 47 муниципаль этап еңеүсеһе ҡатнашты. Конкурстың маҡсаты — ауыл кешеләрен айыҡ һәм сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырыу, үҫеп килеүсе быуынды йолаларға таянып тәрбиәләү, эскелектән, тәмәке тартыуҙан һәм наркотиктарҙан һаҡлау.

2020 йылдың 18 мартында Хөкүмәт йортонда Башҡортостан Республикаһы башлығы Радий Хәбиров 2019 йылғы «Айыҡ ауыл» республика конкурсының еңеүселәрен һәм финалистарын бүләкләне. Тәүге өс урынды Ейәнсура районының Үрген ауылы, Баймаҡ районының Йылым, Асҡын районының Ҡарткиҫәк ауылы алды. Төбәк башлығы еңеүселәргә рәхмәт хаттары, дипломдар, 500, 250 һәм 150 мең һумлыҡ аҡсалата сертификаттар тапшырҙы. Дәүләкән районы Иҫке Көрмәнкәй ауылы халҡы интернет-конкурста еңеп сыҡты һәм балалар майҙансығы төҙөүгә сертификат менән бүләкләнде. Иҫке Көрмәнкәйҙәр үҙҙәренең "Ауылпиада«лары менән бөтә республикаға танылыу алды. Райондың 16 ауылы халҡы саңғы, биатлон кеүек ҡышҡы спорт төрҙәре буйынса ярыштарҙа көс һынаша, хоккей турниры ойоштора, тюбингтарҙа ярыша.

12 ауыл — конкурс финалистары Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте дипломдары һәм һәр ҡайһыһы 25 мең һумлыҡ аҡсалата сертификат менән бүләкләнде. Социаль селтәрҙәрҙә интернет ҡулланыусыларының #Айыҡауыл2019, #Трезвоесело2019 хештегтары буйынса әүҙемлеген баһалау һөҙөмтәләре буйынса Ойоштороу комитеты конкурстың егерме активисын: уҡытыусыларҙы, журналистарҙы, пенсионерҙарҙы, мәҙәниәт һәм спорт хеҙмәткәрҙәрен билдәләне, уларға ла Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте дипломдары һәм һәр ҡайһыһына 10 мең һумлыҡ ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды.

Быйыл тағы ла «2020 йылғы Айыҡ ауыл» конкурсы старт алды. 2020 йылда тағы ла күберәк ауылдарҙы йәлеп итеү планлаштырылған —һәр райондан ҡатнашыусы ауылдарҙың һаны 50 проценттан да кәм булмаҫҡа тейеш. Халыҡ иҫәбе төрлөсә булған ауыл-ҡасабаларҙы ғәҙел баһалау өсөн конкурс һөҙөмтәләре түбәндәге категорияларға бүленәсәк:

— эре — 3 меңдән ашыу кеше йәшәгән,

— ҙур — 1 меңдән алып 3 меңгә тиклем кеше йәшәгән,

— урта — 0,2-нән 1 меңгә тиклем кеше йәшәгән,

— бәләкәй — 0,2 меңдән кәмерәк кеше йәшәгән.

Шулай итеп, конкурста дүрт категория буйынса 12 еңеүсе билдәләнә. Еңеүселәргә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте дипломдары, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Торлаҡ-коммуналь министрлығының, Транспорт һәм юл хужалығы буйынса Башҡортостан Республикаһы дәүләт комитетының ауыл-ҡасабаларҙы төҙөкләндереү программаларына индереү хоҡуғы биргән сертификаттар тапшырыласаҡ. Конкурсты ойоштороу буйынса саралар иһә Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты иҫәбенә тормошҡа ашырыла.

20 июлдән муниципаль этапҡа заявкалар ҡабул ителә башлай, ә 1 августан «2020 йылғы Айыҡ ауыл» республика конкурсы старт ала.

Уртаҡлашыу